Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ СӘРҘЕК, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 497

ҮРГЕ СӘРҘЕК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Инеш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 933 кеше; 1920 — 1005; 1939 — 965; 1959 — 637; 1989 — 425; 2002 — 366; 2010 — 406 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Татар-Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1626 й. алып билдәле. 1753 й., 1795 й. (160 кеше иҫәпкә алынған) керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1834 й. ш. уҡ шарттарҙа — сыуаштар, 1939 й. — хеҙмәтле татарҙар килеп ултырған. 1865 й. 89 йортта 555 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019