Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ СОРОКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

ҮРГЕ СОРОКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 126 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 550 кеше; 1920 — 521; 1939 — 498; 1959 — 449; 1989 — 490; 2002 — 443; 2010 — 412 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ирсай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сорокин исеме м‑н ш. уҡ даруғаның Һайыҫҡан а. яһаҡлы мариҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Һайыҫҡан, Озёрный булараҡ теркәлгән. 1865 й. Үрге Һайыҫҡан (Үрге Сорокин) булараҡ иҫәпкә алынған, 50 йортта 297 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019