Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТАҺИР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 391

ҮРГЕ ТАҺИР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 65 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 335 кеше; 1920 — 502; 1939 — 50; 1959 — 290; 1989 — 70; 2002 — 96; 2010 — 99 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Таһир исеме (ер биләүсе Таһир Бикмырҙин исеменән) м‑н билдәле. “Ғилмияза” йырының бер легендаһы б‑са уның героиняһы Таһир а. тыуған. 1795 й. 34 йортта 276 кеше йәшәгән, 1866 й. 45 йортта — 249 кеше. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30-сы йй. Нурғәле бүлендек ауылы Түб. Таһир а. тип үҙгәртелгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. С.Кулибай ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019