Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТАУЛЫҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

ҮРГЕ ТАУЛЫҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 382 кеше; 1920 — 431; 1939 — 464; 1959 — 499; 1989 — 647; 2002 — 677; 2010 — 616 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Таулыҡай а. (хәҙ. Түб. Таулыҡай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. алып Әмин исеме м‑н билдәле. 1866 й. 63 йортта 311 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Таулыҡай торамаһы һәм Таулыҡай ҡурғандары бар. Ю.И.Ғәйнетдинов, Т.Х.Ишкинин ошо ауылда тыуған.

Р.Ф.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019