Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТАШЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 410

ҮРГЕ ТАШЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 43 км алыҫлыҡта Ташшишмә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 639 кеше; 1920 — 583; 1939 — 599; 1959 — 514; 1989 — 303; 2002 — 278; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1782 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә татарҙар һәм ерһеҙ башҡорттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 23 йортта 130 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта — 322 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019