Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ, ауыл, Тәтешле р‑ны үҙәге

Просмотров: 409

ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ, ауыл, Тәтешле р‑ны (1935—63 йй. һәм 1966 й. алып), Үрге Тәтешле а/с үҙәге. Өфөнән Т. 209 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Бармыш һәм Тәтешле йй. (Тере Танып й. басс.) араһында, Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе, Яңауыл—Үрге Тәтешле автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,9; 1920 — 1,2; 1939 — 4,2; 1959 — 2,1; 1989 — 5,1; 2002 — 6,3; 2010 — 6,6. Башҡорттар, татарҙар, удмурттар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Тәтешле урта мәктәбе №1, балалар музыка мәктәбе, 5 балалар баҡсаһы, балалар ижады үҙәге, ДЮСШ, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт һарайы (7 үҙешмәкәр халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Гөлдәрем”), балалар китапханаһы, 3 мәсет бар.

Ауылға 1703 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡара‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Уҫы даруғаһы Те(ә)тиш а. удмурттары Тәтешле исеме м-н нигеҙ һала. 1795 й. 154 ир-ат иҫәпкә алынған. 18 б. 2‑се ярт. Түб. Тәтешле бүлендек ауылы (20 б. 90‑сы йй. Ү.Т. м‑н ҡушылған) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исеме м‑н билдәле. 1865 й. 175 йортта 653 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан, 12 сауҙа кибете булған. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, 2 тимерлек, шарап һәм 7 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Н.С.Ведерников, М.И.Ғарипов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019