Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТИКТӘМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 415

ҮРГЕ ТИКТӘМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Тиктәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 524 кеше; 1920 — 536; 1939 — 348; 1959 — 291; 1989 — 255; 2002 — 291; 2010 — 258 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ингур” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1800 й. керҙәшлек килешеүе б‑са (1818 й. рәсмиләштерелгән) Бөрө өйәҙе Иҙел‑Гәрәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Шульнур (Шуле‑энер) исеме м‑н удмурттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Тәктем булараҡ теркәлгән. 1865 й. Үрге Тиктек булараҡ иҫәпкә алынған, 24 йортта 160 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) ел тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Р.Вәлишин ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019