Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ТИРМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 356

ҮРГЕ ТИРМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1154 кеше; 1920 — 1385; 1939 — 856; 1959 — 633; 1989 — 353; 2002 — 356; 2010 — 303 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. Тирмә исеме м‑н 5 ауыл иҫәпкә алынған (Башҡ. Тирмәһе, Үрге һәм Түб. Тирмә, Йәрми һәм Яңы Тирмә), 88 йортта 696 кеше йәшәгән. 1865 й. Мишәр Үрге Тирмәһе булараҡ теркәлгән; 151 йортта — 846 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше, сабата үреү м-н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) 3 мәсет, татар училищеһы, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019