Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ УҪЫЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

ҮРГЕ УҪЫЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 905 кеше; 1920 — 283; 1939 — 982; 1959 — 840; 1989 — 682; 2002 — 740; 2010 — 732 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1712 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Бәгәнәш-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Уҫылы исеме м-н яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шул уҡ даруғаның Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары м‑н 1757 й. килешеү б‑са бында мишәрҙәр күсеп ултыра. 18 б. аҙ. Уҫылыбаш, Уҫылытамаҡ (хәҙ. Түб. Уҫылы а.) аа. барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. 1865 й. 70 йортта 497 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә теркәлгән. Р.Ғ.Баһауетдинов, Ә.Х.Ғәлиәкбәров ошо ауылда тыуған.

Ю.Ә.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019