Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ҮРГЕ ХӘЖӘТ, Ш ә р ә й, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 152 кеше; 1920 — 140; 1939 — 176; 1959 — 155; 1989 — 107; 2002 — 103; 2010 — 91 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. Оло Хәжәт булараҡ теркәлгән, 25 йортта 150 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 47 йортта — 242 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Үрге Хәжәт (Төрөкмән) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019