Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ЫРНЫҠШЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 569

ҮРГЕ ЫРНЫҠШЫ, Я ң ы Ы р н ы ҡ ш ы, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 10 км һәм Приуралье т. юл ст. К.-Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 513 кеше; 1959 — 370; 1989 — 87; 2002 — 102; 2010 — 75 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20-се йй. Өфө кантонында Ырныҡшы а. кешеләре Мулюкин, Погорелов, Чернейкин, Юрин утарҙарын (Ырныҡшы утарҙары) берләштереү юлы м‑н нигеҙ һала. 1925 й. 17 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019