Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ЮЛДАШ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 338

ҮРГЕ ЮЛДАШ, Ю л д а ш, Илеш р‑нындағы ауыл, Ябалаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 525; 1939 — 628; 1959 — 437; 1989 — 284; 2002 — 251; 2010 — 216 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы Ҡырғыҙ а. (хәҙ. Иҫке Ҡырғыҙ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Ҡырғыҙ исеме м‑н нигеҙ һала. 1783 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында яңы суҡындырылған удмуртар килеп ултырған. 1795 й. 14 йортта 91 кеше йәшәгән. 1865 й. Яңы Ҡырғыҙ (Юлдаш; улус старшинаһы Юлдаш Мәскәүов/ Мәскәев исеменән) исеме м‑н 2 ауыл теркәлгән: беренсеһендә 31 йортта 170 кеше йәшәгән (мәсет булған), икенсеһендә 13 йортта — 80 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. беренсе ауылда 44 йортта 215 кеше теркәлгән, бакалея кибете, мөгәзәй булған; икенсеһендә 27 йортта — 169 кеше, ир һәм ҡыҙ балалар өсөн миссионерҙар мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған. 20—60‑сы йй. беренсе ауыл Татар Яңы Ҡырғыҙы булараҡ, икенсеһе — Вотяк Яңы Ҡырғыҙы; 60—80‑се йй. — ярашлы рәүештә Түб. һәм Үрге Юлдаш булараҡ теркәлгән. 90‑сы йй. алып хәҙ. исем м‑н бер ауыл булып иҫәпкә алына. Ауыл эргәһендә Юлдаш ҡәберлеге, Юлдаш ҡаласығы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019