Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ЯУЫШ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 340

ҮРГЕ ЯУЫШ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Үрге Яуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 253 кеше; 1920 — 779; 1939 — 686; 1959 — 531; 1989 — 486; 2002 — 482; 2010 — 448 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1772 й. алып Яуыш исеме (Яуыш Муллашев исеменән) м‑н билдәле. 1795 й. (22 йортта 151 кеше йәшәгән) хеҙмәтле татарҙар һәм мишәрҙәр (Пенза губ. Краснослободск өйәҙе Дашкин а. күсеп килгән) иҫәпкә алынған. 1865 й. Иҫке Яуыш булараҡ теркәлгән, 68 йортта 503 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) мөгәзәй теркәлгән. 60‑сы йй. Ү.Я. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Түб. Яуыш утары ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019