Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРЕШ-БИТУЛЛА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 340

ҮРЕШ-БИТУЛЛА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 158 кеше; 1920 — 453; 1939 — 484; 1959 — 439; 1989 — 217; 2002 — 157; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып Үреш исеме м‑н билдәле (28 йортта 177 кеше йәшәгән; ш. уҡ керҙәш башҡорттар һәм мишәрҙәр иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Битүк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 35 йортта 131 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019