Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРМӘКӘЙ, Туймазы р-нындағы ауыл

Просмотров: 527

ҮРМӘКӘЙ, Туймазы р-нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 44 км һәм Ҡандра т. юл ст. Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 849 кеше; 1920 — 949; 1939 — 844; 1959 — 541; 1989 — 307; 2002 — 290; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып Ҡырҡынлы исеме м-н билдәле, һуңыраҡ исеме Ү. (аҫаба башҡорт Үрмәкәй Көнгилдин исеменән) тип үҙгәртелә. 1714 й., 1771 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 20 йортта 118 кеше йәшәгән (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 142 кеше), 1865 й. 75 йортта — 414 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019