ҮТӘЙМУЛЛА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл
ҮТӘЙМУЛЛА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Төкөн т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Cитйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 514 кеше; 1920 — 488; 1939 — 500; 1959 — 436; 1989 — 358; 2002 — 389; 2010 — 379 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Нуғаҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Бишауыл‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1654 й. алып Бишауыл (Бишул) исеме м‑н билдәле. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 58 йортта 370 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, тимерлек, бакалея кибете, тирмән теркәлгән.
М.Х.Сафин, М.С.Әминева
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов