Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘК, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 513

ҮТӘК, Ү р г е  Ә р м е т, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1867 кеше; 1920 — 2353; 1939 — 1778; 1959 — 1166; 1989 — 741; 2002 — 660; 2010 — 567 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңғыҙҡайын урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Үтәк Назаров исеме м‑н аталған. 1772 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) төпләнә. 1795 й. 40 йортта 459 кеше йәшәгән, 1865 й. 150 йортта — 931 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, тоҙ һәм мәғдән ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр; заводтарҙа, алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 1920 й. Ү. 1‑се Үтәк (800 кеше) һәм 2‑се Үтәк (1553 кеше) аа. булараҡ теркәлгән. З.Ғ.Мәхмүтов, Н.Р. Ураҙбаев, Х.Һатлыҡов, З.Л. Әсфәндиәров ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019