ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич
337
ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич (26.1. 1985, Нефтекама ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). 20‑се ДЮСШ (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе, 2004 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры И.С.Романов). Күреү б‑са инвалидтар араһында 800 м йүгереүҙә донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2006—07), 1500 м — Европа чемпионатының бронза призёры (2009), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004 й. алып).
Тәрж. М.Н.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: