Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАНҺЫҠҠУЖИНА Тамара Михаил ҡыҙы

Просмотров: 750

ТАНҺЫҠҠУЖИНА Тамара Михаил ҡыҙы (11.12.1978, Яр Саллы ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). СДПИ‑ны тамамлаған (2001). Шахмат‑шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (Яр Саллы ҡ.; тренерҙары М.И.Белкина, С.А.Овечкин), 1994 й. алып шашка буйынса ДЮСШ (Ишембай ҡ.; тренеры Ю.В.Черток), 1999 й. — “Башнефть” шашка клубы (тренеры Ю.В.Черток, А.Р.Чижов) өсөн сығыш яһай. Классик (2001, 2003—04, 2007, 2011, 2019, 2021) һәм тиҙ (2008) программалар буйынса донъя чемпионы, Донъя кубогын яулаусы (2015), классик (2000, 2008), йәшен тиҙлегендәге (2008, 2010—11, 2014) һәм тиҙ (2012, 2016) программалар буйынса Европа чемпионы, классик (1996, 1999, 2000, 2002, 2005, 2007—08, 2011), тиҙ (1999, 2000, 2008, 2015) һәм йәшен тиҙлегендәге (1999, 2000, 2002—07, 2009—10, 2015) программалар буйынса Рәсәй чемпионы, блиц (1999, 2015—16) һәм тиҙ программа (2015) буйынса донъя чемпионаттарының көмөш призёры, Бөтә донъя интеллектуаль спорт уйындарының (2008) һәм классик программа буйынса донъя чемпионатының (2013) бронза призёры. Ҡыҙҙар араһында халыҡ‑ара һәм рус шашкалары буйынса донъя чемпионы (икеһе лә — 1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996 й. алып). Халыҡтар дуҫлығы (2021), Салауат Юлаев (2001) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022