Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАПМА

Просмотров: 352

ТАПМА, ҡ а б а т л а н ы п  т о р ғ а н  һ а ҙ  б и ҙ г ә г е, кешенең инфекцион ауырыуы. Т. тыуҙырыусылар — Plasmodium затының иң ябайҙары. Өс, дүрт көнлөк, тропик һәм овале Т. айырыла. Тыуҙырыусынан кешегә зарарланған Anopheles затына ҡараған инә серәкәйҙең тешләүе аша йоға. Т. клиник сағылышы плазмодийҙар эритроциттарға үтеп ингәндән һуң башлана, улар тарҡалғас, паразиттар һәм уларҙың йәшәйеш продукттары ҡан ағымына эләгә, биҙгәк тыуҙыра, туҡыма һәм ағзаларҙа ҡандың микроциркуляцияһы боҙолоуына килтерә. Төп симптомдары: тән т‑раһының 39—41°С тиклем күтәрелеүе м‑н өшөп ҡалтырау өйәнәге, баш ауыртыу, миалгия, уҡшыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: кома, инфекцион‑токсик шок, киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге, үпкә шешенеү. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. (ҡандың паразиттарға һәм дөйөм анализы, иммун‑флюоресценция реакциялары, иммун‑фермент анализы) тикшереү ысулдары мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз. Иҫкәртеү: ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм изоляциялау, серәкәйҙәргә ҡаршы көрәш һәм уларҙың тешләүенән һаҡланыу, Т. булған илдәргә сыҡҡан кешеләргә химиопрофилактика үткәреү. Башҡортостанда 1923 й. — 260 мең, 1940 й. 240 мең Т. осрағы теркәлгән. 1922 й. респ. Т. ҡаршы станция булдырыла. 2003 й. башлап БР‑ҙа Т. м‑н ауырыуҙың йылына 1—3 осрағы (башҡа төбәктәрҙән индерелгән) теркәлә. Т. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 30‑сы йй. БДМИ‑ла алып барыла (М.А. Дубинина, З.Ш.Заһиҙуллин, Л.Н.Попов, А.И.Слободчикова, Б.В. Сөләймәнов, В.Ф.Якимов һ.б.). БДМУ‑ла һәм БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә Т. ситтән индерелгән осраҡтары өйрәнелә (Л.И.Коробов, А.П. Мамон, Д.Х.Хунафина һ.б.). Өфөлә “Экохимтек” пр‑тиеһында Т. ҡаршы препараттар сығарыла (примахин, хинин).

Е.В.Рожкова, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019