Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРАСОВ Александр Иванович

Просмотров: 336

ТАРАСОВ Александр Иванович (1.10.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо (1982) һәм дзюдо (1985) б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). “Каучук” ПБ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры Н.Н. Абсаттаров), 1979—89 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры С.А.Антинян). Самбо б‑са РСФСР чемп. (1979, 1983), СССР кубоктарын яулаусы (1982—84), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1984—86), А.А.Харлампиев иҫтәлегенә үткәрелгән халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (Мәскәү, 1982—83). Дзюдо б‑са РСФСР (1982), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1983), Дуҫ армиялар спартакиадалары (1983, 1985, 1987, 1989) чемп., СССР (1988) һәм РСФСР (1982—83) кубоктарын яулаусы, СССР чемпионатының бронза призёры (1985—86, 1988), Тбилисиҙа (1985, 1988), Францияла (1981), Монголияла (1981—82), Венгрияла (1983, 1985, 1988), Голландияла (1985, 1988), Болгарияла, Кореяла (икеһе лә — 1987), ГФР‑ҙа (1988) халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—89).

Тәрж. М.Н.Моратшина  

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019