ТЕЗИКОВА Татьяна Алексеевна
ТЕЗИКОВА (Лаврентьева) Татьяна Алексеевна (25.11.1975, Салауат ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). Стәрлетамаҡ физик культура техникумы (тренеры Й.Х.Исмәғилев) һәм “Каучук” ПБ спорт клубы (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры П.И.Никитин) тәрбиәләнеүсеһе, 1993—2000 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Рәсәй чемп. (1995—96), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1994—96), Европа чемпионаттарының көмөш (1995) һәм бронза (1996—97) призёры, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1993, 1999, 2002) һәм бронза (1997, 2003) призёры, Рәсәй кубоктарының көмөш (1997) һәм бронза (1992, 1998) призёры. Ҡатын‑ҡыҙҙар араһында 59 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда һәм күтәреүҙә, 63 кг тиклем ауырлыҡта икебәйгелә Рәсәй рекордсыһы (бөтәһе лә — 1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—2000).
Тәрж. М.Н.Моратшина