ТЕРЕҒОЛОВ Әбүбәкер Батыргәрәй улы
ТЕРЕҒОЛОВ Әбүбәкер Батыргәрәй улы (1.2.1885, Өфө — 18.12.1966, Ҡазан), терапевт. Мед. д‑ры (1927), проф. (1929). РСФСР‑ҙың (1940) һәм ТАССР‑ҙың (1940) атҡ. фән эшмәкәре. Тереғоловтар нәҫеленән. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1911) Өфө губ. Өфө өйәҙе Шишмә т. юл ст. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб) земство табибы. 1913 й. алып Ҡазан ун‑тында, 1918 й. — Томск ун‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 1919 й. башлап Иркутск ун‑тының эске ауырыуҙар диагностикаһы каф. мөдире һәм 452‑се запас госпиталдә (Иркутск ҡ.) бүлек мөдире. 1920—63 йй. Ҡазан мед. ин‑тында: 1929 й. алып эске ауырыуҙар пропедевтикаһы, 1944 й. — 1‑се госпиталь терапияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре клиник физиология проблемаларына, ш. иҫ. Чейн—Стокс патологик һулышы барлыҡҡа килеүенә, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге боҙолоу мәсьәләләренә арналған. Ленин (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1940, 1950) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡазандың 1‑се клиник дауаханаһына Т. исеме бирелгән (1969). ТР ФА Президиумы тарафынан уның исемендәге премия булдырылған (2000).
В.Ф.Богоявленский
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина