Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы

Просмотров: 351

ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы [28.2.1922, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 11.9.1998, Өфө], патофизиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Тереғоловтар нәҫеленән, Ғ.Н.Тереғоловтың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1948). 1951—96 йй. (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта (1971—87 йй. патофизиология каф. мөдире). 1956—60 йй. Алтай мед. ин‑тының (Барнаул ҡ.) патофизиология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре иммунитет, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, организмдың реактивлығы мәсьәләләренә, төрлө йәштә танатогенездың физиол. механизмдарына һәм реанимация мөмкинлектәренә арналған. Т. ҡатнашлығында вена эсенә индерер өсөн гамма‑глобулин препараты, экспедицияларҙа йөрөгән вахтасыларҙың һаулығын алдан тикшереү һәм диспансерлаштырыу т‑да положение эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н патофизиологтар йәмғиәте (1971—87), Бөтә Рәсәй ғилми мед.‑техник йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (1976 й. алып) рәйесе.

Д.Ә.Йәнекәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019