Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕҒОЛОВА Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы

Просмотров: 622

ТЕРЕҒОЛОВА Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы [2.7.1943, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Суртанүҙәк а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], терапевт, токсиколог, профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. табибы (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфөнөң 18‑се һәм 5‑се дауаханаларында эшләй. 1974 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда: 1975 й. башлап дауалау эштәре б‑са баш табип урынбаҫары, 1982 й. — клиниканың баш табибы. 1985 й. алып БДМУ‑ла (1995—2000 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор), бер үк ваҡытта 1996 й. башлап хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мед. экологияһы һәм хеҙмәт медицинаһы, ш. иҫ. клиник токсикология, тау тоҡомдарын эшкәртеү пр‑тиелары, нефтехимия сәнәғәте эшселәренең һөнәри ауырыуҙарын иҫкәртеү мәсьәләләренә; халыҡты һауыҡтырыуҙың мед.-экологик проблемаларына арналған. Т. тарафынан организмды таҙартыу һәм эсәктәр дисбактериозын иҫкәртеү ысулдары эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Интоксикация органическими растворителями на предприятиях резинотехнических изделий (современные подходы к оценке условий труда, диагностике, лечению и профилактике). Уфа, 1999 (авторҙ.); Профессиональные заболевания от воздействия физических факторов. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019