Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ САНИТАР ҺАҠЛАУ

Просмотров: 390

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ САНИТАР ҺАҠЛАУ, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуын иҫкәртеүгә һәм уның насар факторҙарының халыҡ һаулығына йоғонтоһон сикләүгә, кеше, хайуан һәм үҫемлектәрҙең йәшәү эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән дәүләт санитария‑гигиена һәм эпидемияға ҡаршы саралар системаһы. Һыу объекттарын һаҡлау ағынты һыуҙарҙы тоҙһоҙландырыуҙы һәм бактерияларҙан, химик бысраныуҙан таҙартыуҙы; сәнәғәт пр‑тиеларында һыу менән тәьмин итеүҙең ағынты булмаған схемаларын, урындағы таҙартыу ҡоролмаларын һ.б. индереүҙе; һыу алыу ҡоролмалары өсөн һыу һаҡлау зоналары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Хайуандарҙы һәм кешене зооноздарҙан һәм зооантропоноз инфекцион ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн иҫкәртеү, эпизоотияларға, эпидемияларға ҡаршы саралар (вакцинация, карантин, таможня контроле һ.б.) үткәрелә. Башҡортостанда ағыулы ҡалдыҡтарҙы (ш. иҫ. терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы, пестицидтарҙы һәм ағыулы химикаттарҙы) йыйыу һәм утилләштереү махсус тәбиғәтте һаҡлау пр‑тиеһы “Тәбиғәт” ДУП‑ы тарафынан башҡарыла. Һаҡлау проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) уҙғарыла башлай: Н.Ф.Емельянов етәкс. дезинфекция сараларының үҙсәнлектәре өйрәнелә, һыуҙы зарарһыҙландырыу ысулдарына гигиеник баһалау үткәрелә (О.А.Смородинцева). 40‑сы йй. уртаһында Ишембай ятҡылығы нефтенең биол. әүҙемлеге (И.А.Лерман), 50‑се йй. рентген һәм радиоактив нурланышы (Д.Н.Лазарева, В.А.Самцов, В.А.Смирнова) өйрәнелә, һыу ятҡылыҡтарын нефть продукттары м‑н бысратыуҙан һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Й.Н.Асҡарова). 60—70‑се йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) атмосфера һауаһы, һыу гигиенаһы һәм һыу ятҡылыҡтарын, тупраҡтысанитар һаҡлау лабораториялары ойошторола, улар нигеҙендә 1972 й. тирә‑яҡ мөхит гигиенаһы бүлеге асыла (етәкселәре: М.Л.Красовицкая, Ф.Ғ.Мырҙаҡаев, Н.И.Симонова, Д.С. Хурамшин, М.А.Ғәлиев, Р.Ә.Сөләймәнов): Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа нефтехимия з‑дтарының, газ эшкәртеү комплекстарының ташландыҡтары һәм ағынтылары м‑н атмосфера һауаһының, һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы (А.Г.Корнилов, Э.Ф.Репина, Н.Р. Рәхмәтуллин, А.С.Щелчкова, Т.С.Әлибаев), респ. төп асыҡ һыу сығанаҡтарының санитар торошо (Р.Ғ.Болғаҡов, З.В.Латипова, Г.Д.Минин, А.Ә.Мифтахов, Сөләймәнов һ.б.), нефтехимия производстволары ташландыҡтары м‑н тупраҡтың бысраныуы өйрәнелә, тупраҡ ҡатламында ароматик углеводородтар ПДК‑һы нигеҙләнә (Р.Ф.Дауҡаева, Г.Ф.Максимова, С.Ә. Мәғжәнова, Л.О.Осипова, С.М. Сафонникова, С.М.Фридман). 60—70‑се йй. географик патология барлыҡҡа килеүенең геохимик факторҙары тикшерелә, респ. төп сәнәғәт тармаҡтары производстволарында эшләгәндәрҙең хеҙмәт шарттарына һәм һаулыҡ торошона гигиеник баһа бирелә (ҡара: Һөнәри ауырыуҙар). 90‑сы йй. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҙур нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында хәүеф факторҙары ҡурҡынысына төрлө яҡтан баһа биреү б‑са тикшереүҙәр үткәрелә (Н.Н.Егорова, Л.Б.Овсянникова, З.Ф.Сабирова, З.С.Тереғолова, Н.Х. Шәрәфетдинова һ.б.), үҫкән организмдың һаулыҡ торошона Стәрлетамаҡта йәшәү шарттарының йоғонтоһо күрһәтелә (А.П.Голошапов, Э.И.Эткина). Ф.Х.Камилов етәкс. диоксиндар һәм уларҙың сығарылмалары, хлорлы углеводородтар йоғонтоһонда иммунитет, метаболик процестар, эске ағзалар функцияларының боҙолоу механизмдары асыла (А.Й.Ғилманов, Ш.Н. Ғәлимов, Э.А.Имелбаева, Ә.Ф. Ҡәйүмова, Д.Ф.Шакиров), тирә‑яҡ мөхитте диоксиндар м‑н бысратыу кимәлен кәметеү б‑са саралар тәҡдим ителә (Г.Р.Бәшәрова, Л.М. Карамова, Минин), ағыулылыҡты һәм хәүефте компьютерҙа анализлау нигеҙендә яңы сәнәғәт берләшмәләрен тиҙләтелгән гигиеник нормалаштырыу ысулдары эшләнә (Т.Р. Зөлҡәрнәев, О.В.Тюрина). БДМУ‑ла онкологик ауырыуҙар, төрлө ағза һәм системаларҙың тыумыштан үҫешкәмселектәре артып китеүенә, балалар һәм үҫмерҙәрҙең физик үҫеше боҙолоуына бәйле халыҡтың йәшәү шарттары өйрәнелә (С.В.Аверьянов, Х.З.Шубина, Ә.Я.Шәрәфетдинов), нефть сығарыу (“Арланнефть”, “Туймазанефть”, “Чекмагушнефть” һ.б. НГДУ‑лар), химия һәм нефтехимия (Өфө НЭЗ‑дары, Салауат һәм Стәрлетамаҡ сәнәғәт комплекстары урынлашҡан райондар) ныҡ үҫешкән терр‑яларҙа кешенең йәшәү мөхитенә гигиеник баһа үткәрелә, халыҡ һаулығының фактик торошо тикшерелә, халыҡ һаулығы торошона сәнәғәт пр‑тиеларының зарарлы йоғонтоһо дәрәжәһе нигеҙләнә (Ғәлиев, Сабирова, Сөләймәнов). БР ФА‑ла, БДМУ‑ла, Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са Федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығында йәшәү мөхитенең техноген бысраныуының халыҡ һаулығы өсөн хәүефен баһалауға арналған тикшеренеүҙәр алып барыла. Һаҡлау өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр ш. уҡ “Башкиргеология” ААЙ‑нда (М.С. Верзаков, А.И. Смирнов), БДАУ‑ҙа (К.М.Ғәбдрәхимов, М.М.Ғәниев, Н.Г.Ҡурамшина, Ә.Ф. Хәйретдинов), БДПУ‑ла (Р.Ш. Кашапов, А.Ю.Кулагин, Р.Р.Кәбиров), БДУ‑ла (А.М.Гәрәев, В.А.Книсс, Ф.Б.Шкундина), Биология ин‑тында (И.М.Ғәббәсова, Т.В. Маркушева, Ф.Х.Хәзиев), Геология ин‑тында (Р.Ф.Абдрахманов, Р.М.Әхмәтов һ.б.), ӨДАТУ‑ла (Н.Н. Красногорская), БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда (Х.Н.Зәйнуллин, У.Ғ. Ибәтуллин, В.Н.Майстренко), ӨДНТУ‑ла (Г.Ғ.Йәғәфәрова, Ю.Р. Әбдрәхимов), БР Дәүләт аналитик контроль идаралығында (В.И.Сафарова, Г.Ф. Шәйҙуллина һ.б.), Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә (Ә.М. Ишемғолов), Экология үҙәгендә (Э.А. Круглов, З.Ҡ.Әмирова һ.б.) һ.б. үткәрелә. Һаҡлау б‑са респ. учреждениелары эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһы территорияһын санитар һаҡлау” (2008) ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Гигиена, Санитария‑эпидемиология хеҙмәте, Экологик мониторинг, Экология.

Р.Ф.Абдрахманов, Т.Р.Зөлҡәрнәев, Н.Г.Ҡурамшина, Р.Ә.Сөләймәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019