Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИХОНОВ Пётр Трофимович

Просмотров: 340

ТИХОНОВ Пётр Трофимович [8.7. 1914, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Елшанка а. (Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны) — 6.7.1993, Өфө], ветеринар врач, физиолог. Биол. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1941) Тепловский р‑нының Ленин һөтсөлөк с‑зында бүлек нач., 1945 й. алып Сорочинск ветеринария техникумы дир., 1950 й. — Сорочинск район хеҙмәтсәндәр депутаттары советының башҡарма ком‑ты (бөтәһе лә — Ырымбур өлк.) рәйесе, 1951 й. — Ырымбур а.х. ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1957 й. башлап БДАУ‑ҙа: 1967—89 йй. физиология һәм биохимия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1967—75 йй. зоотехния ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге көйшәгән малдарҙа бауырҙың секрет бүлеү функцияһын һәм үт ҡыуығының хәрәкәт эшмәкәрлеген тикшереүгә арналған. 300 фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1990) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Внешняя секреция печени сельскохозяйственных животных. Уфа, 1973; Современные проблемы интенсификации научных исследований и преподавания физиологии человека и животных. М., 1988.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019