Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИХОНОВ Сергей Иванович

Просмотров: 357

ТИХОНОВ Сергей Иванович (18.5. 1958, Өфө), тренер. Фехтование б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1976). Үҙәк физик культура ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1979). “Зенит” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары И.Н. Кудрявцева, Л.Г.Лейтман, В.И.Тимофеев). 1979 й. алып 4‑се ДЮСШ‑ның уҡытыусы‑тренеры, 1988 й. — БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең, 1989 й. — 4‑се ДЮСШ‑ның (бөтәһе лә — Өфө) өлкән уҡытыусы‑тренеры. 1998 й. башлап 1‑се Мәскәү олимпия резервы уч‑щеһы уҡытыусы‑тренеры, 2000 й. — Иран, 2003 й. — Тунис, 2007 й. — Кувейт йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры С.С.Тихонов, ш. уҡ СССР һәм Рәсәйҙең 28 спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019