Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОКАРЕВ Олег Леонидович

Просмотров: 378

ТОКАРЕВ Олег Леонидович (3.2. 1969, Волгоград ҡ.), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). Нефтекама ҡ. ДЮСШ (тренеры Р.Ғ.Нуртдинов) һәм грек‑рим көрәше б‑са СДЮСШОР (Өфө; тренеры В.И.Севрюков) тәрбиәләнеүсеһе. Европа чемпионатының (1993) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының (1990) көмөш призёры, СССР чемпионатының бронза призёры (1991), Финляндияла (1989), Грецияла (1989—91), Швецияла (1989, 1991), Швейцарияла (1990), Израилдә һәм Венгрияла (1990—91), Төркиәлә (1991) халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселеге еңеүсеһе һәм донъя беренселегенең бронза призёры (1989). Үҫмерҙәр араһында “Дуҫлыҡ” халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (Ульяновск ҡ.; 1984). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1989—91).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019