Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА

Просмотров: 313

ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА. Күп быуатлыҡ практикаға, быуындан‑быуынға тапшырыла килгән мед. белемен һәм тәжрибәһен ҡулланыуға нигеҙләнә. Халыҡ медицинаһынан айырмалы рәүештә проф. табиптар эшмәкәрлеге булып тора. Башлыса яйға һалыу терапияһына, йәғни организмдың төрлө ағзалары һәм системалары балансын тергеҙеүгә йүнәлтелгән дауалауға, һаҡлағыс көстәрҙе нығытыуға ҡарай. Т.м. төрлө йүнәлештәре — акупунктура, йәки чжень‑цзю‑терапия (энә ҡаҙап дауалау, көйҙөрөү, көнсығыш массажы), гирудотерапия, гомеопатия, мануаль терапия, фитотерапия һ.б. бар. Башҡортостанда 1981 й. Респ. клиник дауаханаһында тәүге акупунктура, 2001 й. — рефлексотерапияла аппаратлы диагностика кабинеты асыла. БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында 1991 й. алып рефлексотерапия курсы эшләй, 1994 й. Т.м. каф. итеп үҙгәртелә, унда Л.А.Лепилина етәкс. табиптарҙы чжень‑цзю‑терапия нигеҙҙәренә, диагностикалау һәм дауалауҙың аппаратлы ысулдарына, лазерорефлексотерапияға, аурикулодиагностикаға һәм аурикулотерапияға өйрәтеү, гомеопатия, фитотерапия һәм натуропатия (диагностикалау һәм дауалауҙың аюрведа алымдары, гирудотерапия, традицион диеталар һ.б.) б‑са белем камиллаштырыла. БДМУ‑ның Т.м. каф. классик акупунктура, лазеропунктура, электропунктура һәм гомеопатик сараларҙың ревматологик профилле һәм терәк‑хәрәкәт системаһы ауырыуҙары ваҡытында клиник һөҙөмтәлелеге һәм тәьҫир итеү механизмдары өйрәнелә (Л.Р. Ғәбитова, Ф.Б.Ҡандаров, О.В.Миняева, Т.П.Тырнова һ.б.).

Л.А.Лепилина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019