ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич
ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич (23.10.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө а., хәҙер Дүртөйлө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Львов физик культура университетын тамамлаған (Украина, 2007). Уҡ атыу буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө ҡ.; тренерҙары Г.И.Гайтанова, Б.Д.Любимов, Н.Ф.Мартусевич). Шәхси зачётта СССР‑ҙың абсолют чемпионы (1982), РСФСР чемпионы (1981), СССР кубогын яулаусы (2 тапҡыр, 1987), СССР чемпионаттарының көмөш (1978, 1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1980); Европа кубогын яулаусы (1995), СССР чемпионы (1982), команда зачётында СССР чемпионатының көмөш призёры (1988). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84). 1999 й. алып уҡ атыу буйынса ДЮСШ‑ла тренер‑уҡытыусы (Бөрө ҡ.), 2013—14 йй. уҡ атыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры (Мәскәү ҡ.).
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина