Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАПЕЗНИКОВА Татьяна Александровна

Просмотров: 374

ТРАПЕЗНИКОВА Татьяна Александровна (3.12.1973, Өфө), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты (1997) һәм бобслей (2003) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. (1996), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (2008) тамамлаған. 1‑се СДЮСШОР, “Спартак” ДСО‑һы һәм 20‑се СДЮСШОР (конькиҙа шыуыу спорты б‑са тренеры А.Н.Ушакова) тәрбиәләнеүсеһе. 1995—2005 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464, бер үк ваҡытта 1997—2005 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. 1500, 3000 м йүгереүҙә һәм күпбәйгелә Рәсәй чемп. (1997—98, 2001); БДБ чемп. (1992), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының (1991) көмөш һәм 3 тапҡыр бронза призёры; конькиҙа шыуыу спорты б‑са ҡыҙҙар араһында СССР һәм РСФСР беренселектәрендә күп тапҡыр еңеүсе. Бобслей б‑са Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2003—05; тренеры Р.Ш.Фәйезов). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994, 1998, 2002). Конькиҙа шыуыу спорты (1991—2002) һәм бобслей (2003—05) б‑са Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019