Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич

Просмотров: 317

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич (21.11.1943, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1997). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1970—2008 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында: 1982 й. башлап өлкән, 1994 й. алып һәм 1999 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1997 й. башлап иммуноаллергология лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2000 й. алып (өҙөклөк м‑н) һәм 2007 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2003 й. башлап ҡан препараттары лаб. ғилми консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге иммунобиологик препараттарҙың аллергияға ҡаршы әүҙемлеген һәм аллергенлығын өйрәнеүгә, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Т. ҡатнашлығында аллергияға ҡаршы иммуноглобулин, гистаглобулин, гистасеротоглобулин, тригистаглобулин һ.б. эшләнгән һәм камиллаштырылған. 115‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Антиаллергические иммуноглобулиновые препараты. Уфа, 1997 (авторҙ.); Иммуноглобулин человека нормальный. Препараты для внутримышечного и подкожного введения. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019