Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРУБИН Владимир Борисович

Просмотров: 377

ТРУБИН Владимир Борисович (21.4. 1967, Өфө), гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Йөҙөү б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1991), тетратлон (ҡотҡарыу күпбәйгеһе) б‑са 2 тапҡыр Европа кубогын яулаусы. Н.Н.Глебованың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй, 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мед. абортының буласаҡ әсәнең репродуктив һаулығына йоғонтоһон өйрәнеүгә, ҡатын‑ҡыҙҙың енси ағзаларының шешеү ауырыуҙарын дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Т. ҡатнашлығында репродуктив йәштәге ҡатын‑ҡыҙҙа осло башлы кондиломаларҙы түбән һәм юғары энергетикалы лазер нурланышы файҙаланып комплекслы дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Искусственное прерывание беременности в I и II триместрах у подростков. Уфа, 2002; Реабилитация женщин, перенёсших абдоминальные и трансвагинальные операции в акушерстве и гинекологии. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019