ТУРИСТИК КЛУБТАР
ТУРИСТИК КЛУБТАР, поход һәм сәйәхәт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. Т.к. төп маҡсаттары һәм бурыстары: матди‑техник база булдырыу һәм үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт саралары үткәреү, тренерҙар советы һәм судьялар коллегияһының методик эшмәкәрлеген ойоштороу, клуб ағзаларына мәғлүмәти, соц. һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү. Башҡортостанда 1957 й. тәүге “Норд” Т.к., 1960 й. — “Орион” Башҡ. респ. туристик спорт клубы ойошторола (икеһе лә — Өфө). 1961 й. Т.к. Бәләбәй, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., 1962 й. — Бөрө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский ҡҡ. асыла. Респ. 70‑тән ашыу Т.к. эшләй килә (2009), шулар араһында — йәйәүле туризм б‑са “Азимут” (Благовещен ҡ.), “Вояж” (Бөрө), “Горизонт” (Учалы ҡ.), спелеотуризм б‑са В.Нассонов ис. клуб, һыу туризмы б‑са “Меговат” һәм “Энергетик” клубтары (бөтәһе лә — Өфө) һ.б.
И.В.Лифанова, О.В.Серова, Д.В.Шорников
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина