Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРИСТИК СПОРТ СОЮЗЫ

Просмотров: 343

ТУРИСТИК СПОРТ СОЮЗЫ, йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. БАССР Туризм федерацияһы булараҡ ойошторола, 1976 й. алып Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советының Спорт туризмы федерацияһы, 1991 й. башлап Башҡортостан Республикаһының Спорт туризмы федерацияһы. Туризм б‑са спорт туризмы, күмәк спорт ярыштары, фәнни‑ғәмәли һәм уҡыу сараларын үткәреүҙе тормошҡа ашыра. Т.с.с. составына автомототуризм, велосипед, һыу, тау, атлы, ҡатнаш, парус, йәйәүле һәм спелеотуризм комиссиялары, ш. уҡ судьялар коллегияһы, кадрҙар һәм маршрут‑квалификация комиссияһы инә. 350‑нән ашыу кеше союз ағзаһы булып тора (2009). БР Т.с.с. президенттары: К.П.Хомяков (1991 й. алып), В.А.Киселёв (2001 й. алып), А.В.Яковец (2003 й. алып), Д.В.Шорников (2007 й. алып).

Д.В.Шорников

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019