Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮКИН Эдуард Автандилович

Просмотров: 569

ТЮКИН Эдуард Автандилович (19.5. 1978, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2004). “Химпром” спорт клубы (тренерҙары Р.З.Сираев, А.Ф.Яруллин) һәм 15‑се СДЮСШОР (В.Г.Вагин) тәрбиәләнеүсеһе. 1994 — 2005 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм уҡыу‑күнекмәләр үҙәге 464 өсөн сығыш яһай. Олимпия уйындарының бронза призёры (2004), Рәсәй чемп. (1999, 2003), Европа чемпионатының көмөш призёры (2004), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998, 2004) һәм бронза (2000 — 01) призёры, икебәйге б‑са “Өс баһадир” халыҡ‑ара турнирының көмөш призёры (Мәскәү, 2003); айырым күнегеүҙәрҙә Рәсәй чемп. (2000, 2004), Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (2000 — 01). Үҫмер спортсылар араһында донъя һәм Европа (1997), Рәсәй чемп. (1997 — 98), донъя чемпионатының көмөш призёры (1998). Үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1994). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 — 2005). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2005), Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2004).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019