УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы
УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы (25.3.1965, Сибай ҡ.), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Искра” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Сибай; тренерҙары Р.Р.Кәримов, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.Т.Әхмәтвәлиев). Европа (1996, 1998), Евразия (2001), Рәсәй (1996—98, 2001) һәм БДБ универсиадаһы (1996) чемп., Европа чемпионатының бронза призёры (1996), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003) һәм бронза (1999, 2001) призёры; профессионалдар араһында Европа чемп. (2000). Ветерандар араһында Рәсәй чемп. (2012) һәм Донъя кубогының бронза призёры (2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2000).
Тәрж. М.Н.Моратшина