УЙЫЛДАНОВА Айгөл Рәйеф ҡыҙы
УЙЫЛДАНОВА Айгөл Рәйеф ҡыҙы (15.8.1980, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), спортсы. Софтбол б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.В.Маклаков, Е.Ф.Маклакова). Европа илдәре кубоктары кубогын (1999) һәм Рәсәй кубоктарын (1994, 1997—98) яулаусы, Европа чемпионатының (1999) һәм Европа кубогының (1998) бронза призёры, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1995, 1998) һәм бронза (1993—94, 1996—97, 1999) призёры. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—99).
Тәрж. М.Н.Моратшина