Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠБАЛЫҠ

Просмотров: 471

УҠБАЛЫҠ, с ө г ә (Acipenser ruthenus), бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Балтик, Каспий, Ҡара, ш. уҡ Аҡ, Баренц, Карский диңгеҙҙәре басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 125 см тиклем, ауырлығы — яҡынса 16 кг. Кәүҙәһе оҙонса, 5 буй рәт ромб һымаҡ һөйәк пластиналары бар. Арҡаһы ҡуйы һоро, һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Мороно осло. Ауыҙы аҫҡы, ҙур түгел, суҡлы мыйыҡсалары бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө асимметриялы. Енси яҡтан ата балыҡтар 3—7, инә балыҡтар — 5—12 йылда өлгөрә. 2—3 йылға 1 тапҡыр апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә. Ыуылдырығын 7—15 м тәрәнлектә ваҡ ҡырсынташ‑ҡомдан торған грунттың көслө ағымлы участкаларында һала. Үрсемлелеге — 100 мең ыуылдырыҡ. 22 йылға тиклем йәшәй. Балыҡ ыуылдырығы, моллюскылар, һөлөктәр, һирәкләп һыу үҫемлектәре (башлыса йәйгеһен) м‑н туҡлана. БР‑ҙа Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымдарында (Мәләүез ҡ. тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтарында (Дим, Ҡариҙел, Эҫем, Өршәк йй.) йәшәй. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019