Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич

Просмотров: 641

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич (2.6. 1952, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка ҡсб), тренер. Самбо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1993), дзюдо б‑са бөтә Рәсәй категориялы судья (1997) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (1999). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1983). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Күмертау ҡ.; тренеры С.А.Антинян). Дзюдо б‑са РСФСР чемп. (1979—80), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1978) һәм бронза (1976—77) призёры, СССР чемпионатының бронза призёры (1976). Самбо оҫталары араһында донъя (1992, 1996) һәм Рәсәй (1992—95) чемпионы. 1973 й. алып Күмертауҙа эшләй: тренер‑уҡытыусы, 1979 й. алып “Башкируголь” ПБ‑нда дзюдо б‑са ДЮСШ дир., 1983 й. башлап Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы тренеры һәм 1987 й. алып өлкән тренеры, 1992 й. — “Прометей” спорт‑һауыҡтырыу комплексының дир. урынбаҫары, 1998 й. — “Рассвет” физик культура йорто дир., 2003 й. — муниц. берәмек башлығы, 2006 й. башлап ДЮСШ инструктор‑методисы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019