Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УМЫРТҠАЛЫЛАР

Просмотров: 481

УМЫРТҠАЛЫЛАР, б а ш һ ө й ә к л е л ә р (Vertebrata, Craniata), хордалылар ярым тибы. 42 меңгә яҡын төрө билдәле, беренсел һыу (түңәрәҡ ауыҙлылар, кимерсәкле балыҡтар, һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары) һәм беренсел ер өҫтө (һөйрәлеүселәр, ҡоштар, имеҙеүселәр) хайуандар төркөмөнә берләшкән. Бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 класҡа (түңәрәҡ ауыҙлылар һәм кимерсәкле балыҡтарҙан тыш) ҡараған 430‑ға яҡын төрө бар. Йәшәү формалары күп төрлө, беркетелгән формалары һәм паразиттары юҡ. Күп У. даими тән т‑раһы, яралғыларының ҡарын эсендә үҫеше, индивидуаль һәм төркөмдәге тотоштарының, психик эшмәкәрлектәренең юғары формалары булыуы хас. Эволюция барышында хорда кимерсәк (яңаҡһыҙҙарҙа һәм күп балыҡтарҙа) йәки һөйәк умыртҡаларҙан (У. башҡа төрҙәре) торған умыртҡалыҡ (мускулатура өсөн терәк) м‑н алыштырылған, туҡланыу, тын алыу, ҡан әйләнеше, бүлеп сығарыу процестары, һиҙеү ағзалары һәм үҙәк нервы системаһы камиллашҡан. Аш һеңдереүҙе ҡатмарлы фермент системалар тәьмин итә. Йөрәге төп (йөрәк алды, ҡарынсыҡтар) һәм өҫтәлмә (веноз синус, артериаль конус) бүлектәрҙән тора. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Һыу У. (яңаҡһыҙҙар, балыҡтар) айғолаҡтар, ер өҫтө У. — парлы үпкәләр аша тын ала. Бүлеп сығарыу һәм һыу‑тоҙ алышыныуы ағзалары — кәүҙәлә урынлашҡан, йәки мезонефрик бөйөрҙәр (мезонефрос; балағорттарҙа — пронефрос). Ер өҫтө У. мезонефросы метанефрик (янбаш) бөйөрҙәр (метанефрос) м‑н алыштырылған, был һыу һаҡлауҙы тәьмин итә. Метаболизмының гормональ көйләнеше ҡатмарлы, эндокрин биҙҙәр системаһы м‑н тәьмин ителә. Нервы системаһына көпшәле төҙөлөшлө баш һәм арҡа мейеләре инә. Һиҙеү ағзалары яҡшы үҫешкән. Айырым енеслеләр, балыҡтар араһында гермафродиттар бар. Ябай төҙөлөшлө У., ғәҙәттә, йомортҡа һала. Тере бала тыуҙырыусылар бөтә төркөмдәрҙә лә осрай (түңәрәҡ ауыҙлылар һәм ҡоштарҙан тыш), имеҙеүселәрҙә — төп үрсеү формаһы. Ҡош һәм имеҙеүселәр балалары т‑да хәстәрлек күрә. Экосистемаларҙа мөһим роль уйнайҙар, күп организмдарҙың һанын көйләйҙәр. У. йорт һәм һунар йәнлектәренең (ҡара: Балыҡсылыҡ, Йәнлекселек, Малсылыҡ), ағыулы хайуандарҙың күпселек төрө, ш. уҡ халыҡ хужалығына зыян килтергән һәм инфекцион ауырыуҙарҙы тыуҙырыусыларҙы таратыусылар инә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына У. 82 һирәк төрө (7 төр балыҡ, 2 ер‑һыу хайуаны, 6 һөйрәлеүсе, 49 ҡош, 18 хайуан) индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019