Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УШКОВ Геннадий Александрович

Просмотров: 470

УШКОВ Геннадий Александрович [14.11.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Языков а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 7.4.1994, Өфө], тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987) һәм респ. категориялы судья (1963). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1987). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Өфөлә эшләй: Башҡ‑н физик культура техникумы, 1961 й. алып Респ. йәштәр спорт мәктәбе, 1964 й. — Баш. өлкә советы “Хеҙмәт” ДСО‑һы, 1971 й. — Салауат Юлаев ис. спорт. клубы ДЮСШ‑нда, 1983 й. башлап БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта БР (1961 й. алып), РСФСР (1971—91) һәм Рәсәй (1992 й. башлап) йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Л.М.Матвеева, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. БР‑ҙың Еңел атлетика федерацияһының тренерҙар советы рәйесе (1965 й. алып).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019