Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛЬК

Просмотров: 594

ТАЛЬК, ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Mg3[Si4O10](OH)2. Тимерш. уҡ формала тулыһынса магнийҙы алмаштыра. Составына никель, хром ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары ваҡ тәңкәле, һәүерташҡа тартым, тығыҙ (стеатит), эре япраҡлы. Төҫһөҙ, тоноҡ йәшел, һары, быяла кеүек ялтыр, мәрүәт төҫмөрлө, тоноҡ. Ҡатылығы — 1, тығыҙлығы 2616—2824 кг/м3, йәбешкәклеге камил, үтә йоҡа тәңкәләргә ярыла, тотоп ҡарауға майлы. Ультраһелтеле магматик тоҡомдар һәм доломиттар метасоматозында барлыҡҡа килә. Тальк мәғдәндәренең төп минералы. Керамика етештереүҙә; буяу, ҡағыҙ, резиналар һәм резина-техник изделиелар, пластик массалар, мед. һәм косметика препараттары, инсектицидтарғаһ.б. минераль тултырғыс булып ҡулланыла. БР‑ҙа Учалы (Кирәбе, Пугачёв, Әбделҡасим һ.б.) һәм Хәйбулла (Ҡарайән) р‑ндарында серпентинит массивтарына тура килгән ваҡ Т. ятҡылыҡтары билдәле.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019