Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАНАЛЫҠ‑БАЙМАҠ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

Просмотров: 441

ТАНАЛЫҠ‑БАЙМАҠ  АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Ирәндек һыртынан көнбайышҡа табан Таналыҡ һәм Оло Урғаҙа йй. басс., Орск өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. 1830 й. алып И.П.Чайковский экспедицияһы терр‑яны тикшергәндән һуң эшләй башлай. 1837 й. башлап хөкүмәт указынан һуң айырым шәхестәр тарафынан үҙләштерелә. Приискылар һәм рудниктарҙың иң ҙурҙары: Таналыҡ (1880—94 йй.), Түңгәүер (1887 й. алып), Мерәҫ (1886), Ыуараш (1890), Һул Таналыҡ (1900), Семёновка (1915), Байҡара (1916). Хужалары: А.П.Черёмухов (1877 й. алып; һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү өсөн приискыларҙы ҡуртымға алған), К.П.Горяев (1886 й. алып; быу һәм электр двигателдәрен ҡуллана башлаған). 1911 й. А.П.Кабанов 22 рудник заявкаһын, 1912 й. Көньяҡ Урал тау сәнәғәте АЙ һатып ала. 1894 й. Таналыҡ приискыһында — 108 бот 37 фунт, Урғаҙа‑Горяев приискыһында 12 бот 42 фунт алтын табыла. 1837—1917 йй. Т.‑Б.а.п. 217 бот 39 фунт, 1922—23 йй. — 51,1 бот, 1923— 24 йй. 94,5 бот лигатура алтыны сығарыла. Мерәҫ приискыһында Э.В.Ротермунд һәм А.Н.Коншин компанияһы тарафынан тәүге тапҡыр Е.П.Зеленков ысулы б‑са хлоринация технологияһы ҡулланыла (1886), химия з‑ды төҙөлә (1894). 1912 й. башлап йәмғиәт 8 баҡыр мәғдәне ятҡылығын үҙләштерә, Баймаҡ, Сибай, Юлыҡ рудниктарында алмаслы быраулау ярҙамында разведкалар үткәрә. 1916 й. Т.‑Б.а.п. Түбә бегун ф‑каһы һәм цианлау ысулы ҡулланылған Семёновка циан‑ләм з‑ды төҙөлә (ҡара: Түбә руднигы). 1919 й. идара эвакуациялана, приискылар национализациялана (ҡара: “Башзолото”).

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019