Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАР БҮЛЕГЕ

Просмотров: 342

ТАТАР БҮЛЕГЕ, пермдең өҫкө (өсөнсө) бүлеге (1960—2006 йй. татар ярусы). Биармия бүлегендә ята, триастың аҫҡы бүлеге м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан ярус рангыһында айырып күрһәтелә (1887). Стратотибы булған өлкәлә сыбар карбонат ҡатламдары м‑н сиратлашҡан ҡыҙыл төҫлө ҡом‑балсыҡ ултырмаларынан тора. Ҡабырсаҡлы моллюскылар, филлоподалар, умыртҡалылар хас, сөсө һыуҙа йәшәй торған остракодалар ярҙамында вағыраҡ бүлгеләнгән (Н.М.Кочеткова, 1970). Төньяҡ двина һәм вятка ярустарына айырыла. БР‑ҙың платформалы өлөшөнөң төньяҡ‑көнбайышында (Кама й. басс.) төньяҡ двина ярусы ритмлы сиратлашып торған ҡомташтарҙан, конгломераттарҙан, балсыҡтарҙан, алевролиттарҙан, мергелдәрҙән һәм эзбизташтарҙан ғибәрәт, ҡалынлығы 200 м тиклем, вятка ярусы ҡомташ‑балсыҡ ҡатламдарынан тора, ҡалынлығы 150 м тиклем. Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. ҡалынлығы 120 м тиклем булған төньяҡ двина ярусы ултырмалары (конгломераттар, ҡомташтар, алевролиттар, аргиллиттар) күҙәтелә. Ағиҙел депрессияһында Т.б. Ағиҙел й. меридиональ ағымы, Нөгөш й. түбәнге ағымы, Мәләүез һәм Наҡаҫ йй. (Һаҡмар й. басс.) үрге ағымы басс. таралған, аҫҡы өлөшөндә — конгломерат ҡатыш һоро балсыҡ-ҡомташ тоҡомдарынан, һирәгерәк мергелдәрҙән һәм эзбизташтарҙан, өҫкө өлөшөндә балсыҡ‑карбонат тоҡомдарынан ғибәрәт; ҡалынлығы 500 м тиклем. Ағиҙел депрессияһының ҡыҙыл төҫлө терриген ултырмаларының ҡалын ҡатламдары (2000 м ашыу) биармия бүлегенә (уржум ярусы) тура килә.

Әҙәб.: К о ч е т к о в а Н.М. Стратиграфия и остракоды верхнепермских отложений южных районов Башкирии и прилегающих частей Оренбургской области. М., 1970; Постановления Межведомственного стратиграфического комитета и его постоянных комиссий. СПб., 2006. Вып.36.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019