ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин
269
ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин (1877—1943), дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһен (Ҡазан) тамамлаған. 1904 й. алып имам‑хатип, Ҡазандың 11‑се мәсетендә мөҙәрис. 1917 й. башлап Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты), бер үк ваҡытта 1921—22 йй. Мосолман Үҙәк Диниә назаратының Волга буйы асығыусыларына ярҙам комиссияһы рәйесе. 1924—28 йй. “Ислам мәхәлләһе” ж. мөхәррире (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты). 1936 й. Р.Ф.Фәхретдиновтың вафатынан һуң мөфтөй вазифаһын башҡара. 1936 й. репрессиялана, 1956 й. аҡлана.
Д.Д.Азаматов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: