ТӘҮРАТ
126
ТӘҮРАТ, иудаизмда төп изге китап, Биш китаптың боронғо йәһүдсә исеме. Библияның тәүге китаптарынан (Башланмыш, Сығыу, Левит, Һандар, Икенсе ҡанун) тора. Китап йәки пергамент төргәге рәүешендә булған. Т. төргәге (бейеклеге яҡынса 60 см, ауырлығы 8 кг) ивритса уңдан һулға, тыныш билдәләрһеҙ яҙылған, бүлектәренә һәм строфаларына номерҙар ҡуйылмаған, 304805 хәрефтән тора, синагогала уҡыуға тәғәйенләнгән. Т. телдән һөйләнелә торған варианты — Талмуд. Т. урыҫ теленә тәүге тәржемәләре 1860 йй. нәшер ителгән. Өфө синагогаһында Т. 1929 й. 12, 2009 й. 5 төргәге һаҡланган.
Э.А.Шкурко
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: