Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРҒӘЗИН Ҡадир Рәхим улы

Просмотров: 713

ТИМЕРҒӘЗИН Ҡадир Рәхим улы (5.2.1913, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Аҡсыуаш а., хәҙ. Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Сабаҡкүл а., — 4.4.1963, Өфө), геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1935) “Башнефть” берекмәһенең Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. эшләй: геолог, петрограф, 1937—41 йй. геол. кабинеты нач., 1946 й. алып директор. 1947 й. башлап Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның литология һәм геохимия лаб. мөдире, 1950 й. — геол. бүлеге начальнигы. 1951 й. алып Тау‑геол. ин‑тының (ҡара: Геология институты) дир. урынбаҫары, 1953 й. — нефть һәм газ геологияһы лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың платформалы өлөшөнөң геол. төҙөлөшөн өйрәнеүгә һәм сәнәғәти нефтле һәм газлы булыуын асыуға арналған. Т. тарафынан аҫҡы карбон, девон ултырмалары өйрәнелгән, уларҙың нефтле һәм газлы булыу перспективаларына баһа бирелгән; Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһының рифей‑венд (девон алды) ҡатламдары комплексы тикшерелгән һәм уларҙың потенциаль сәнәғәти нефтле һәм газлы булыуы нигеҙләнгән. Т. тәүге тапҡыр БР‑ҙың платформалы өлөшөндәге өҫкө кембрийалдының стратиграфик схемаһын эшләй. Туймазы нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын, Серафимовка нефть ятҡылығын, Баулы ятҡылығын (ТР) асыуҙа ҡатнашҡан. СССР ФА БФ‑ына һәм уның составындағы Тау‑геол. ин‑тына нигеҙ һалыусыларҙың береһе (1951). 1959—63 йй. БАССР ЮС Президиумы рәйесе. 70 фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1948, 1959) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Әмин а. мәктәп терр‑яһында бюст ҡуйылған. Уның исемендәге премия булдырылған. 2003 й. алып Өфөлә Тимерғәзин уҡыуҙары үткәрелә (2 йылға 1 тапҡыр).

Х е ҙ м.: Очерки по истории Башкирской нефти. Уфа, 1956; Избранные труды: в 2 кн. Уфа, 2000—2007.

Әҙәб.: Профессор К.Р.Тимергазин в воспоминаниях современников. Уфа, 1984; К а м а л е т д и н о в М.А. Кадыр Рахимович Тимергазин //Учёные и время. Уфа, 2007.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019