Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИХОН

Просмотров: 346

ТИХОН [донъяуи исеме Бел(л)авин Василий Иванович; 19.1.1865, Псков губ. Клин а. — 7.4.1925, Мәскәү], дин әһеле, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы (1917—25). Дини тәғлимәт канд. (1888). Митрополит (1917), архиепископ (1905), архимандрит (1892). Монахлыҡ ҡабул иткән (1891). Псков дини семинарияһын (1884), С.‑Петербург дини акад. (1888) тамамлаған. 1888 й. алып Псков дини семинарияһында уҡыта, 1892 й. — Холм дини семинарияһы инспекторы, ректоры. 1897 й. башлап Люблин, 1898 й. — Алеут һәм Аляска, 1900 й. — Алеут һәм Төньяҡ Америка (1905 й. алып архиепископ) епискобы, 1907 й. — Ярославль, 1913 й. — Вильна һәм Литва архиепискобы, 1917 й. — Мәскәү митрополиты. Обновленецтарға, сиркәүҙең дәүләттән айырылыуына ҡаршы сығыш яһай, Граждандар һуғышынтуҡтатырға саҡыра һ.б. 1922—24 йй. советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, йортона ябып ултыртыла. Т. исеменә 20‑се йй. барлыҡҡа килгән “Тихон ағымы” бәйле, Өфө епархияһында Иоанн I, Зосима II, Илья сиркәүе, Николай, Троица сиркәүҙәре настоятелдәре һ.б. уны яҡлап сыға; Георгий ҡатын-ҡыҙҙар монастырында Т. бүләк иткән иконаһаҡлана. Урыҫ православие сиркәүенең Поместный соборы рәйесе (1917—18). 2‑се (1909) һәм 3‑сө (1901) дәрәжә Изге Владимир, Изге Александр Невский (1913), 1‑се (1904) һәм 2‑се (1895) дәрәжә Изге Анна орд., Бриллиант тәре (1916) м‑н бүләкләнгән. 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборының изгеләре рәтенә индерелгән (1989).

Әҙәб.: В о с т р ы ш е в М.И. Божий избранник: Крестный путь святителя Тихона, патриарха Московского и всея России. М., 1990.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019